Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
МБОУ "Школа № 109 имени М.И.Абдуллина"
Дата создания: 1 сентября 1962 года
Меню сайта
Разделы
Сведения об образовательном учреждении [1]
Коллектив школы [37]
История школы [59]
Выпускники школы [33]
Деятельность школы [42]
Школьная газета [14]
Документы [21]
Наша гордость [4]
Экспериментальная деятельность [3]
Приём в первый класс [13]
Дополнительные услуги [10]
Локальные акты [55]
Школьное питание [27]
Финансовая деятельность [17]
ГИА [20]
Стипендиаты [1]
Самообследование [9]
Режим работы [9]
Библиотека [16]
Национальное образование [3]
Материально-техническое обеспечение [8]
ЭОР [4]
Образовательные программы [41]
Трудоустройство выпускников [0]
Мини-чат
Наш опрос
В каком классе вы учитесь?
Всего ответов: 1257
Главная » Образовательные программы [ Добавить статью ]

АҢЛАТМА ЯҘЫУ
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Пояснительная записка
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына өлгө прогаммалар (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) нигеҙендә төҙөлдө, төҙ. З.М.Ғабитова.- Өфө: Китап, 2015.-52 бит.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы Советтар Союзы Геройы Абдуллин Мансур Иҙиәт улы исемендәге 109-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптарына һәмнорматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән;
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең, маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:
Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу.
Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ-аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп һәм фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында, практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА
Общая характеристика учебного предмета
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре, аралашыу, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә.
Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникатив ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция тел төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын өйрәнә: башҡорт әҙәби теленең төп нормала¬рын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаш¬тырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереүҙе; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы күҙ уңында тота.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыу ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеү, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү Һ.6.); регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялауҙы һ.б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына түгел, шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләүгә, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыуға, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыуға, тексты мәғлүмәти эшкәртеүгә, мәғлүмәтте төрлөсә эҙләүгә, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыуға йүнәлдерелгән -булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ БАЗИСЛЫ УҠЫУ (белем биреү)
ПЛАНЫНДАҒЫ УРЫНЫ
Описание места учебного предмета в учебном плане
Башҡортостан Республикаһында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ аҙнаға 2 сәғәт - дөйөм 238 сәғәт - күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс - 68, 6-сы класс - 34, 7-се класс - 68, 8-се класс - 34, 9-сы класс - 34 сәғәт.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һорауҙарғаяуапяҙыу
-изложениелар,
-иншалар
Категория: Образовательные программы | Добавил: Алина_Пермякова (12.02.2016)
Просмотров: 203
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Включить версию для слабовидящих
Форма входа
Поиск